| Apr | MAY | Jun |
| 14 | ||
| 2012 | 2013 | 2014 |
COLLECTED BY
Collection: Wide Crawl started April 2013
Аждаһа — башҡорт мифологияһында йылан ҡиәфәтендәге имәнес бер зат. Ауыҙынан ут бөркөп торған бер нисә (3, 6, 9, 12) башлы ғәйәт ҙур дейеү ҡиәфәтендә кәүҙәләндерелә[1].
Иран мифологияһындағы Ажи-Дахака персонажына барып тоташа. Халыҡ риүәйәттәре буйынса, йөҙ йыл йәшәгән йылан аждаһаға әүерелә, ғәҙәттә йылғаларҙа, күлдәрҙә, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Һыу алыу өсөн кешеләр уға йәш ҡыҙҙарҙы ҡорбан итәләр. Ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн әкиәт батыры аждаһа менән алыша һәм еңә (“Әхмәт батыр менән Хоҙайбирҙе батыр”, “Мең башлы аждаһаны еңгән егет” әкиәттәре һ.б.).
500, 1000 йыл йәшәһә, аждаһа Юха йыланға әйләнә, матур ҡыҙға әүерелә ала. Башҡорттарҙың риүәйәттәре буйынса, ҡайһы берҙә аждаһа болоттар Ҡафтау аръяғына алып китә.
|
|||||||||||